Новости
17 Ғинуар 2014, 05:38

Аферистар тоҙағында – оло кешеләр

14 ғинуарҙа Өфөлә йәшәүсе 66 йәшлек ҡатын аферистар иҫәбенә 50 мең һумға яҡын аҡса күсергән. Кискеһен уға өй телефонына йәнәһе лә улының танышы шылтырата. Егет ҡатынға хәүефләнгән тауыш менән: “Һеҙҙең улығыҙ машинаһы менән бер ҡыҙҙы үлтергәнсе тапаны”,- тип әйткән. Артабан ул эште олоға ебәрмәҫ өсөн 30 мең һум аҡса һораған. Әсә кеше бик ныҡ ҡайғырған һәм әйтелгән иҫәпкә аҡса күсергән. Бер аҙҙан тағы ла телефон шылтырай һәм улының танышы йәнә лә аҡса һорай. Ҡатын тағы ла 20 мең һум аҡса ебәрә. Телефондан һөйләшкән кеше улығыҙға шылтыратмай тороғоҙ, ул әле был проблеманы хәл иткәс, үҙе һеҙҙең менән һөйләшер, ти.

Читайте нас