Ҡайныһының машинаһы өс мең һумға “осорған”
Яңы йыл алдынан Шишмә районының Леонидов ауылында йәшәүсе 53 йәшлек ир Шишмә ауылындағы туғандарын байрам менән ҡотларға юллана. Ләкин етеп килгәндә уның автомобиленең моторы сафтан сыға. Ир үҙенең етенсе моделле “Жигули”һын йүнәтә алмай, шуға күрә лә уны Шишмәлә йәшәгән ҡыҙының йортона тиклем этеп, урамында һаҡларға ҡуялар. “Тимер ат”тың хужаһы байрамдарҙан һуң килеп, моторын ҡарарға уйлай . Кейәүе иһә, машина менән бер нәмә лә булмаҫ, үҙем һаҡлармын, тигән.