Новости
16 Декабря 2013, 08:02

Сипайлово биҫтәһендә бүре тотолған

Кисә Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан “Ҡашҡаҙан” паркы янында киске сәғәт 8 тирәһендә аҡ төҫлө альбинос бүре йөрөүе тураһында мәғлүм була. Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре ебәрелә. Ләкин йыртҡыс табылмай. Төнгө сәғәт 1 тирәһендә бүре йөрөү тураһында тағы ла шылтыратыу ҡабул ителә. Паркка полиция наряды йүнәлтелә һәм улар унда ысынлап та аҡ төҫтәге бүре йөрөүен асыҡлай. Артабан РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре саҡырыла һәм хайуан тотола. Әле аҡ төҫлө альбинос бүре зоопаркка тапшырылған.

Читайте нас