Силәбеләр ҡурайҙа уйнарға өйрәнәсәк
16 декабрҙә Силәбе ҡалаһындағы Шәйехзада Бабич исемендәге китапханала ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү курстары башлана. Уға Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселек итә. А. Айытҡоловтың методикаһы буйынса ҡурайҙа бер ҡасан да уйнап ҡарамаған кеше ни бары ете көндә өс-дүрт көй өйрәнә ала. Уҡытыу Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы тарафынан «Башҡорт йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм популярлаштырыу» проектына ярашлы уҙғарыла. Курстар йәштәр араһында башҡорт милли уйын ҡоралында башҡарыусылар төркөмөн ойоштороуға булышлыҡ итергә тейеш.