Новости
26 Ноября 2013, 10:22

Билдәле рәссамдың ижадына бағышланған китап

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә халҡыбыҙҙың аҫыл улы, билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллиндың тормош һәм ижад юлына бағышланған китап сыҡты. Фотоальбомдың авторы – Любовь Попова. Был баҫма быға тиклем донъя күргәйне. Фотоальбомдың популяр булыуын иҫәпкә алып, нәшриәт уны яңынан баҫып сығарырға ҡарар иткән. Баҫма СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй художество академияһы академигы Әхмәт Фәтҡулла улының тыуыуына 80 йыллығына арнала.

Читайте нас