Автобустарҙың ҡайҙа икәнлеген онлайнда тикшереп буласаҡ
Баш ҡаланың пассажирҙар транспорты компанияһы «Уфагортранс» муниципаль унитар предприятиеһының сайты асылды. Ул http://ufagortrans.ru адресы буйынса урынлашҡан һәм унда автобус, троллейбус һәм трамвайҙарҙың йөрөү маршруттары, уларҙың хаҡтары тураһында белергә, предприятие эше буйынса һорауҙар бирергә мөмкин. Тиҙҙән сайтта пассажирҙар транспортының йөрөүен онлайн- режимда күҙәтеп буласаҡ.