Сумка алып ҡасҡан егет тейешле язаһын аласаҡ
Нефтекама ҡалаһының Комсомол проспектындағы бер йорттоң ихатаһы янындағы тротуарҙа көпә-көндө 28 йәшлек ҡатындың ҡулынан сумкаһын тартып алалар. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене асыҡлау өсөн бар мөмкинлекте файҙалана. Улар шаһиттарҙы эҙләй, видеокүҙәтеү камералары яҙмаларын ҡарай. Һөҙөмтәлә, енәйәт урынында ике егет булыуы асыҡлана, ләкин уларҙың берәүһе генә ҡатындың сумкаһын алып ҡасҡан. Күп тә үтмәй енәйәтсе – Краснокама районындағы бер ауылда йәшәүсе 20 йәшлек егет асыҡлана. Ул бер аҙнанан һуң Николо-Березовка ауылында ял иткән мәлендә иптәше менән ҡулға алына.