Новости
22 Октябрь 2013, 15:59

Ҡурсаҡтар эшләргә өйрәнергә теләһәгеҙ

26 октябрҙә БР Милли музейында “Мираҫ” хәйриә фонды инициативаһы буйынса ойошторолған “Жили-были” күргәҙмәһе барышында автор ҡурсаҡтары һәм уйынсыҡтары эшләү буйынса интерактив оҫталыҡ тамашаһы үтәсәк. Был көндө теләүселәр туҡыма-шарнир, кейеҙ, балсыҡ ҡурсаҡтар яһарға өйрәнә аласаҡ. Тамашаны Өфө ҡалаһының ҡурсаҡ һәм балсыҡ менән эшләү оҫталары үткәрәсәк. Был сарала ҡатнашыусылар матурлыҡ тыуҙырыусылар һәм үҙ-ара аралаша, оҫталыҡ серҙәренә өйрәнә аласаҡ. Тамаша төшкө сәғәт 3-сө яртыла башлана.

Читайте нас