Новости
21 Октября 2013, 16:55

Балдаҡтар кейгәндә һаҡ булығыҙ

Бер нисә көн элек Салауат ҡалаһы ҡотҡарыусылары Салауат Юлаев бульварынан ғәҙәти булмаған саҡырыу ҡабул итә. Ваҡиға урынындағы ҡатын үҙенең ике бармағынан алтын балдаҡтарҙы сисә алмауы тураһында әйтә. Ҡотҡарыусылар авария-ҡотҡарыу инструменттары ярҙамында 20 минут самаһы ваҡытта бармаҡтарҙы балдаҡтарҙан азат итә. Бер аҙҙан Беренсе май урамында ҡоҙоҡҡа төшкән ир тураһында мәғлүм була. Ҡотҡарыусылар уны махсус ҡорамал менән өҫкә күтәрә һәм “Тиҙ ярҙам” хеҙмәтенә тапшыра. Әле ирҙең һаулығына бер нәмә лә янамай.

Читайте нас