Новости
21 Октябрь 2013, 16:59

“Алло! Агентлыҡ?”

Был шәмбелә Стәрлетамаҡ театр һәм концерт берекмәһе “Алло! Агентлыҡ?” спектаклен ҡуясаҡ. Тамашаның режиссеры – БР-ҙың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев. Спектакль комедия жанрында ҡоролған һәм унда ҡатын-ҡыҙ бәхете, ерҙә йәшәүҙең мәғәнәһен табыу күрһәтелгән. Пьесаның төп геройҙары Зилиә менән Лилиә – яңғыҙ ҡыҙҙар һәм улар танышыу хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Тап ошонан уларҙың мажаралары башлана. Тамашасыға был мөхәббәт тарихы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та буласаҡ. Уйландырырға мәжбүр иткән спектаклдә БР-ҙың атҡаҙанған артистары Зөлфиә Хәлилова, Ләйсән Кәримова, Рәсил Сынбулатов, Айҙар Зарипов ҡатнашасаҡ.

Читайте нас