Новости
18 Октября 2013, 13:02

Иң матуры – Индира!

“Йыһандың тәүге йәш фотомоделе – 2013” исеменә Башҡортостандан Индира Шаһимәрҙәнова лайыҡ булды. Ошо көндәрҙә Төркиәлә Бөтә донъя балалар һылыулыҡ конкурсы тамамланды. Унда 4 – 16 йәшлек ҡыҙҙар көс һынашты. Республикабыҙ исеменән сығыш яһаған 12 йәшлек Индира жюри ағзаларын матурлығы менән генә түгел, ә сихри тауышы менән дә арбаны. Һөҙөмтәлә ҡыҙ “Йыһандың тәүге йәш фотомоделе – 2013” тажына һәм “Мисс талант” номинацияһына ла лайыҡ булды.Индира Шаһимәрҙәнова Әбйәлил районының Асҡар ауылынан, “Мисс Башҡортостан” матурлыҡ һәм модель белем биреү мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Быға тиклем “Башҡортостандың йәш һылыуҡайы – 2012” бәйгеһендә еңгән, “Сулпылар” телевизион конкурсының гран-прийына лайыҡ булған, “Рәсәйҙең тәүге йәш фотомоделе – 2013” исемен оло ғорурлыҡ менән йөрөтә.

Иң матуры – Индира!Иң матуры – Индира!
Иң матуры – Индира!
Читайте нас