Йыһан һөйөүселәр иғтибарына!
Өфө ҡала планетарийы 4 октябрҙән Бөтөн донъя йыһан аҙналығына ҡушыласаҡ. Уның барышында “Хәҙерге заман балаларына һәм йәштәренә ниндәй планетарий кәрәк?” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үтәсәк. Бынан тыш, Марс планетаһына лекция – сәйәхәт, был күк есемен өйрәнеү тураһындағы ғилми-популяр фильмдарҙы ҡарау, тротуар астрономияһы төнө, телескоптан айҙы тикшереү һәм башҡа саралар бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Әйтергә кәрәк, Өфө ҡала планетарийы һәм “Бельские просторы” журналы “Марсиан хроникалары” исемле ғилми-фантастик хикәйә конкурсы иғлан итте. Унда өлкән класс уҡыусылары ҡатнаша ала.