Новости
30 Сентябрь 2013, 17:23

Эскелек енәйәткә этәрә

Мәләүездә йәшәүсе 32 йәшлек ир дуҫтары менән эскәндән һуң, тағы ла араҡы эҙләп сыҡҡан. Ләкин, аҡсаһы бөткәс, ул үҙенең танышына – хаҡлы ялда булған һәм дөйөм ятаҡта йәшәгән ҡартҡа йүнәлгән.Төнгө сәғәт 1-ҙә туҡылдатҡан кешегә бер кем дә ишек асмай. Ир аптырап тормай, хужаның юҡлығын аңлап ҡала һәм бүлмә ишегенең йоҙағын емереп инә. Ләкин эстә хужа кеше йоҡлаған була. Эскән ир уны күреп тәүҙә аптырай. Ләкин үҙенең нимәгә килгәнен иҫләй һәм бүлмә хужаһынан аҡса һорай башлай. Ҡарттың аҡсаһы булмай, араҡы алған өсөн магазинға залогҡа ҡалдырырға паспортын да бирмәй.

Читайте нас