Ауырыу балаларға ярҙам йәһәтенән
20 һәм 21 сентябрҙә иртәнге 10-дан киске сәғәт 9-ға тиклем “Ҡунаҡһарай” сауҙа үҙәгендә “Дүрт йыл буйы изгелек һәм позитив!” исемле хәйриә байрам йәрминкәһе үтә. Унда йыйылған аҡса ҡан һәм яман шеш менән сирле балаларҙы дауалауға тапшырыласаҡ. Сараға бар теләүселәр ҙә саҡырыла.