«DMC Fest-2013» рок-фестивале быйыл үткәрелмәйәсәк
14 сентябрҙә баш ҡалала уҙырға тейеш «DMC Fest-2013» рок музыкаһы фестивале киләһе йылдың 12 июненә – Ҡала көнөнә күсерелде. Был мәртәбәле музыка сараһында Рәсәйҙең һәм сит илдең күренекле рок музыкаһы төркөмдәре сығыш яһарға тейеш ине.