Новости
30 Августа 2013, 15:52

Хоккей турниры панорамаһы

Кисә «Салауат Юлаев» хоккейсылары «Металлург» менән көс һынашып, 6:5 иҫәбе менән еңеү яуланы. Шуның менән беҙҙең спортсылар турнир таблицаһының иң юғары баҫҡысына күсте. Бөгөн шайбалы хоккей буйынса «Башҡортостан Республикаһы Кубогы» халыҡ-ара турнирының һуңғы уйыны. Төшкө сәғәт 3-тә Новокузнецк ҡалаһының «Металлург»гы менән Мәскәү өлкәһенең «Атлант»ы алышһа, киске сәғәт 7-лә «Салауат Юлаев» хоккейсылары Омск ҡалаһының «Авангард»ына ҡаршы уйнаясаҡ.Матч аҙағында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы уҙасаҡ. «Салауат Юлаев» командаһына уңыштар теләйбеҙ!

Читайте нас