Новости
30 Августа 2013, 15:52

Алмалар ваҡыты етте

Бөгөн баш ҡаланың “Пушкин” сауҙа-сервис үҙәгендә (“Телеүҙәк туҡталышы”, Пушкин урамы, 35) Алма йомаһы үтәсәк. Бында көҙ ниғмәте – алманан әҙерләнгән бәлештәр, яңы һығылған һуттар һәм башҡа тәмлекәстәр менән һыйлана ала. Конкурс, уйындар уҙғарыласаҡ. Ойоштороусылар шулай уҡ бай концерт программаһы ла әҙерләгән. Байрамда БР-ҙың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың сығышы көтөлә. Башлана көндөҙгө сәғәт 4-тә.

Читайте нас