Стәрлетамаҡ туристары ултырған автобус фажиғәгә осраған
Бөгөн иртәнсәк Ростов өлкәһенең Морозовск ҡалаһы янында Стәрлетамаҡ ҡалаһына барыусы «Неоплан» автобусы менән «ГАЗ - 3110» ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе булды. Был фажиғәгә еңел автомобиль менән идара иткән 24 йәшлек егет ғәйепле – ул ҡаршы һыҙатҡа сығып киткән һәм «Неоплан»ға килеп бәрелгән. Һөҙөмтәлә водитель һәм уның менән бергә булған ҡатын һәм 7 йәшлек бала ауыр яралар ала. Үкенескә күрә, дауаханаға алып барған саҡта бала йән биргән.Анапанан Стәрлетамаҡҡа йүнәлгән автобуста 79 кеше, шул иҫәптән ике водитель булған. Авария һөҙөмтәһендә өс кеше – 39 йәшлек водитель һәм ике пассажир тән йәрәхәттәре алған. Әлеге ваҡытта улар Морозовск ҡалаһындағы дауаханала ята.