Новости
26 Июль 2013, 15:20

Контр-страйк уйыны хәҙер башҡортса

Күп кеше ҡатнашлығындағы командалы шутер - «Counter-Strike: Source» компьютер уйыны виртуаль донъяны гиҙеүселәргә һәм геймерҙарға бик таныш. Әлеге ваҡытта ул башҡорт теленә тәржемә ителде. Был эште бер нисә энтузиаст башҡарған. Уйын компьютерға урынлаштырыла торған бер *exe - файл эсенә тупланған. Проект ирекле лицензиялы һәм асыҡ баштағы (исходный) кодлы булып тора.Башҡортса уйындың «Бәйләнештә»ге төркөмө - https://vk.com/bashkortsa_project адресында урынлашҡан.

Читайте нас