Новости
26 Июля 2013, 15:22

Ҡариҙел пляждарын тәртипкә килтерәйек!

Иртәгә «Мусора. Больше. Нет» хәрәкәте әүҙемдәре баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһенең пляждарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса экологик акция үткәрә. Ул иртәнге сәғәт 9-ҙа башланасаҡ, йыйылыу урыны – Академик Королев һәм Яр буйы урамдары киҫелеше (Ак. Королев урамы, 35). Ойоштороусылар субботника килеүселәргә сүп-сар өсөн тоҡтар һәм бирсәткәләр таратасаҡ. Ҡариҙел йылғаһының һыу инеү урындарын тәртипкә килтереү буйынса сараның «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмө - http://vk.com/event55903762, бәйләнеш өсөн телефон – 8-917-37-47-336 (Антон Никонов).

Читайте нас