Новости
23 Июля 2013, 16:42

Атаһының бүләген ҡунаҡтар урлаған

Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе малайҙың күптән хыялланған әйберен - планшетлы компьютерҙы атаһы тыуған көнөндә бүләк итә. Ошо көндә үк атай кеше үҙенең фатирына ике танышын саҡырып, эскелек ойоштора. Ҡунаҡтар ҡайтып киткәс, малайҙың өр-яңы планшеты юғала.Табынға кемдәр саҡырылғаны билдәле булғас, полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙе тиҙ арала асыҡлай. Ҡиммәтле бүләк эйәһенә кире ҡайтарылған.

Читайте нас