Ялдарҙа ямғыр яуасаҡ
12 июлдән 15 июлгә тиклем республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Шулай уҡ йәшенле ямғыр, боҙ яуыуы, секундына 20 метр тиҙлеккә еткән киҫкен ел иҫеүе көтөлә. 16 - 17 июлдә ямғыр яуыу көтөлмәй. Һауа температураһы төндә 12 - 17 градусҡа, көндөҙ 24 - 29 градусҡа яйлап төшәсәк. Башҡортостандың төньяҡ райондарында төндә 5 градус, көндөҙ 21-26 градус йылы буласаҡ.