Новости
12 Июля 2013, 17:00

Легаль булмаған мигранттар эшләгән урын асыҡланды

Советтар Союзының иҫәбендә булған республикаларҙан килгән легаль булмаған мигранттарҙы көндәлек тормошта күп күрергә мөмкин. Улар төҙөлөш, ауыл хужалығы, файҙалы ҡаҙылмалар табыу һымаҡ ауыл хеҙмәт талап иткән урындарҙа эшләй. Күп осраҡта мигранттарға эш биреүселәр аҡса түләүҙә өҙөклөктәргә юл ҡуя, хеҙмәт шарттарын тейешлесә булдырмай, социаль талаптарҙы ла үтәмәй. Ошо көндәрҙә полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө районындағы Подымалово ауылында сәнәғәт келәтендә урынлашҡан макарон изделиелар етештереү цехын асыҡлаған. Унда Үзбәкстандан килгән граждандар миграция тураһындағы законды боҙоп эшләгән. Был кешеләр келәт эсендә үк ойошторолған ятаҡта йәшәгән. Роспотребнадзор талаптарына ярашлы, аҙыҡ-түлек производствоһында торлаҡ булдырыу законһыҙ тип һанала. Бынан тыш, әҙер макарон продукцияһының быға тиклем сей йомортҡа һалынған йәшниктәрҙә киптерелеүе асыҡланған. Бындай ысул менән һаҡланғанда, макарон изделиелары йомортҡанан күсеүсе ҡурҡыныс ауырыу – сальмоннелез менән зарарланыуы ихтимал.

Читайте нас