Новости
11 Июль 2013, 15:33

Ҡырын эш иртәгеһенә үк беленер

Ноутбук, планшетлы компьютер, кәрәҙле телефон һымаҡ портатив техника үҙҙәренең ыҡсым һәм ҡиммәтле булыуы арҡаһында бурҙарҙың, талаусыларҙың табышына йыш әүерелә. Был әйберҙәргә бәйле енәйттәр эскелек барышында күҙәтелә. Белорет ҡалаһындағы енәйәт тә ошо сценарий буйынса ҡылынған. Өс егет спиртлы эсемлектәр менән һыйланғандан һуң, табынды ҡыҙҙар менән дауам иткән. Ләкин төн етеү менән улар ҡайтырға йыйынған. Был осраҡтарҙа булғанса, егеттәр ҡыҙҙарҙың ҡайтыуын теләмәгән, берәүһе хатта ишекте бикләгән һәм асҡысты йәшергән. Ә иртәгеһенә был асҡысты егеттәр тапмай. Туғандарынан дубликат алып, ишекте асҡас, фатир хужаһы үҙенең эштәре буйынса сығып китә. Ләкин уның табындаштары – 23 йәшлек егеттәр ҡайтырға ашыҡмай, сөнки берәүһе үҙенең кеҫәһендә юғалған асҡысты табып ала. Улар фатирға инеп, ноутбук урлай.

Читайте нас