«Тере йәйғор»ға килегеҙ!
БР Милли музейында «Тере йәйғор» исемле зоокүргәҙмә эшләй. Унда 35 төрлө ҡош, 15 төр бөжәк һәм 10 төр рептилия күрһәтелә. Күргәҙмәлә ҡоштар донъяһының иң сағыу һәм ҡабатланмаҫ вәкилдәре күрһәтелгән. Уларҙың иҫәбендә үҙенең кәүҙәһе оҙонлоғондағы суҡышы булған токо туканы, донъялағы иң ҙур тутыйғош – йәшел ҡанатлы ара, Моллук какадуһы, Венесуэла амазоны, күркәм ике төҫлө тутыйғош, мәрйенле тутыйғош, сыбар розеллалар, йәшел төҫлө киң ҡойроҡло лори, бриллиантлы урман күгәрсендәре, дөгө турғайҙары, амадиндар, Ҡытай һандуғастары бар.Тамашасылар тутыйғоштарҙан да һәйбәтерәк һөйләшкән Һиндостандың изге майна ҡошон күҙәтә ала. Иң яҡшы һунар ҡошо – балапан менән өкө, торомтай, йорт һупайҙыһы, йөнлө тәпәйле һупайҙы ла иғтибарҙы йәлеп итә. Рәсәй ҡоштарынан күргәҙмәлә шыршы турғайы, һары турғай, алаҡас турғай, йәшел турғай, киндер турғайы, һоло турғайы, көйәҙ турғай, ҡыҙылтүш бар.