«Лампочкалар» өсөн ҙур бүләк
«Сид һәм Нэнси», «Урманға», «Күпме», «Өс юл» - ошондай үҙенсәлекле йырҙары менән Рәсәй рок-музыкаһында лайыҡлы урында торған «LUMEN» төркөмө быйыл февраль айында үҙенең 15 йыллығын билдәләне. Төркөмдөң лидеры Рөстәм «Тэм» Булатов һәм уның иптәштәре баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә тыуып үҫкән. Альтернатив рок йүнәлешендәге «LUMEN»дың йырҙары үҙенең заманаға ярашлы киҫкен социаль темаларға ҡурҡмай яҙылған текстары, энергиялы гитаралы драйвы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Шуныһы ҡыҙыҡ – төркөмдөң исеме латинсанан «яҡтылыҡ» тигәнде аңлата һәм «LUMEN» ижадын һөйөүселәр үҙҙәрен «лампочкалар» тип атай.