Ҡолонло бейәне урлаған ир алыҫ китеп өлгөрмәй
Дүшәмбе көндө киске сәғәт 10 тирәһендә Стәрлебаш районы полицияһына 67 йәшлек ир мөрәжәғәт итә һәм үҙенең ҡолонло бейәһе юғалыуы тураһында белдерә. Ул иртә менән йылҡыларын арҡанлап тимер ҡаҙыҡҡа бәйләгән, ә кискеһен уларҙы ҡураға алып ҡайтырға тип килеүенә малдар урынында булмаған.Хоҡуҡ һаҡлаусылар шунда уҡ эш башлай. Шаһиттар асыҡлана, уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, билдәһеҙ ир аҡ төҫлө ҡолонло бейәне йүгәнләп алып китеп барған. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙың киткән юлын асыҡлай һәм арттарынан сыға.Йылҡыларҙы алып китеп барған ирҙе Николаевка ауылы янында ҡыуып етәләр. Ул тәүҙә, бейәне һәм ҡолондо һатып алдым, тип белдерә. Ир һуңынан хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ҡаршылашырға маташа, хатта бысаҡ менән янай. Аҙаҡтан ат буры тыныслана һәм ғәйебен таный.