Ит изгелек – көт яуызлыҡ
Үткән шәмбелә иртәнге сәғәт етенсе яртыла Өфө ҡалаһының Киров районында ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте экипажы патрулдә булғанда шикле гражданды күреп ҡала. Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙең тынысһыҙ булыуына һәм иртә менән ике ҙур пакет тотоуына иғтибар итә һәм документтар тикшереү өсөн уны туҡтата.Пакеттарҙа ноутбук, ҡатын-ҡыҙҙар сумкаһы һәм кәрәҙле телефон табыла. Был әйберҙәрҙең кемдеке булыуына ҡағылышлы һорауға ир аныҡ яуап ҡайтара алмай һәм шуға күрә лә ул шәхесен асыҡлау өсөн полиция бүлегенә килтерелә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар менән һөйләшеү барышында ир был әйберҙәрҙе урлауы тураһында белдерә. Таныштары йортонда ҡунаҡ булғандан һуң уға йоҡларға урынды гаражда һалалар. Ир унда ҡиммәтле әйберҙәрҙе күрә һәм нәфсеһенә баш була алмай. Иртәнсәк ул ноутбук, сумка һәм телефонды пакеттар эсенә һала һәм тәҙрәнән сығып китә. Ләкин бурҙы күп тә үтмәй ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре күреп ҡала.