Урлашҡан өсөн язаһын аласаҡтар
Белорет ҡалаһында йәшәгән 17 йәшлек ҡыҙ каникулдарын файҙалы үткәрергә теләп, өлкән кешене ҡарарға эшкә урынлашҡан. 89 йәшлек бабайҙың балалары уның менән килешеү төҙөй. Ләкин икенсе көндө ҡыҙ эшкә килмәй. Өҫтәүенә, өйҙә 100 мең һум аҡса юғалыуы асыҡлана. Зыян күреүселәр полицияға мөрәжәғәт итә. Күп тә үтмәй, бур ҡыҙ ҡулға алына. Был мәлгә ул аҡсаның яртыһын ювелир биҙәүестәр һәм башҡа әйберҙәр һатып алыуға тотонған була. Ҡара эше өсөн ҡыҙ енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Енәйәти эҙләү бүлегенең оператив хеҙмәткәрҙәре келәттән мебель урлаған ирҙәрҙе тапҡан. Шуныһы асыҡлана – улар ике-өс ай эсендә йөк автомашинаһы яллап, үҙҙәре эшләгән предприятиенан мебель ташыған. Артабан урланған әйберҙәрҙе ирҙәр дуҫтарына, таныштарына һатҡан, өҫтәүенә, үҙҙәренең фатирҙарына алып ҡайтҡан.