Опера һәм балет театры янындағы сквер үҙ исемендә ҡала
Был турала Өфө ҡала хакимиәте ойошторған һорау алыуҙан һуң билдәле булды. Аксаков мемориаль йорт-музейы директоры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Михаил Чванов та Пушкин аллеяһының исемен үҙгәртмәҫкә саҡыра.Һорау алыуҙа 1312 кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 912-һе скверҙың әлеге исемен ҡалдырыу өсөн тауыш биргән.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: яңыраҡ баш ҡала зыялылары аллеяға Рудольф Нуриев исемен бирергә тигән тәҡдим менән сыҡҡайны.