Һаҡ бул – автомобиль! Йәки ике дуҫтың мажаралары
Белорет ҡалаһында йәшәүсе ир иртә менән юлға сығырға әҙерләнгән. Бар кәрәк-ярағын туплап, урамда ултырған автомобилен ҡабыҙып, сәфәргә сығайым тиһә, хужа үҙенең дүрт тәгәрмәсле «дуҫы» юҡлығын асыҡлай. Аптыранған ир полицияға мөрәжәғәт итә. Автомобилде ҡыуып алып китеү факты тураһында полиция бүлегенең бар хеҙмәткәрҙәренә еткерелә һәм «Перехват» операцияһы иғлан ителә. Бер аҙҙан автобурҙар ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына.