Новости
1 Июля 2013, 17:04

Мутлашыусыларға аҡсағыҙҙы биреп ҡуймағыҙ

Өфө ҡалаһының Калинин районы буйынса полиция бүлегенең суд эше тикшереү подразделениеһы баш ҡалала йәшәүсе 44 йәшлек ҡатындың мутлашыуы тураһындағы енәйәт эше буйынса тикшереүҙе тамамланы.Шуныһы асыҡлана – зыян күреүсе хаҡлы ялда булған 55 йәшлек ҡатын бер нисә йыл элек төҙөлә башлаған йорттан фатир алыу өсөн, риэлтор ҡатынға бер миллион ярым һум күләмендәге аҡсаны алдан түләй. Был операция тейешлесә документтар менән нығытыла. Аҡса түләүсе төҙөлөш бөткәнен көтә башлай. Ләкин, ваҡыт үтһә лә, әйтелгән урында йорт төҙөлмәй. Ошолай хаҡын өлөшләтә түләп, алданған йорт төҙөүселәргә, полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, риэлтор тарафынан ялған документтар бирелгән булған. Мутлашыусы ҡатынды эҙләү оҙаҡҡа һуҙылмаған, әлеге ваҡытта ул тап ошондай енәйттәре арҡаһында хөкөм ителгән. Ә баштан тасуирланған хәлдә риэлтор бик шәп итеп артислыҡ һәләттәрен күрһәтә. Ул тәүҙә бушлай иғландар баҫылған гәзитте уҡый һәм фатир һатып алырға теләүсене эҙләп таба. Мутлашыусы «ҡорбан»ына үҙен тәжрибәле риэлтор тип таныштыра һәм сағыштырмаса осһоҙ хаҡҡа яҡшы фатир табырға вәғәҙәләй, йәнәһе һатыуға сығарылған торлаҡты күрһәтә.

Читайте нас