Новости
25 Июнь 2013, 17:05

Һаҡ булығыҙ – аферист!

- Беләһегеҙме, ә һеҙҙең аурағыҙ хәле бик насар. Уны тиҙ арала таҙартырға кәрәк! Белорет ҡалаһында йәшәүсе 74 йәшлек әбейҙе билдәһеҙ ҡатын тап ошо һүҙҙәр менән «Мәскәү йәрминкәһе» магазины янында ҡаршы ала. Әңгәмә барышында «экстрасенс» оло ҡатындың яңыраҡ ире үлеп ҡалыуын белә һәм, һинең бар бәләләрең тап шул үлем арҡаһында, тип белдерә. Шул мәлдә уларҙың янына ике ҡатын килә һәм ошо «экстрасенс»тан дауаланыуҙарын һәм тағы ла унан ярҙам һорауҙары тураһында әйтә. Ләкин «имсе», әбейҙең сире көслөрәк, тип мөғжизәле ритуалдарын башҡарыуын дауам итә. «Экстрасенс» артабан әбейгә, өйөңдән бар аҡсаңды һәм банка менән һыу алып кил тип әйтә. Дауаланырға теләгән ҡатындарҙың берәүһе «ҡорбан»ды оҙатып бара.Аҡсаны алып килгәс, «экстрасенс» доға уҡый һәм купюраларҙы яулыҡҡа төрөп, эйәһенә кире бирә һәм ике сәғәт буйы уны асмаҫҡа ҡуша. Ләкин ваҡыт үткәс, әбей 150 мең һум аҡсаһы урынына яулыҡ эсендә ҡырҡылған ябай ҡағыҙ киҫәктәрен табып ала.

Читайте нас