Смартфон ярҙамында Өфөгә экскурсия яһап буласаҡ
Хәҙерге замандың «аҡыллы» телефондары – смартфондар кешеләрҙең мобиль компаньонына әүерелде, тиһәк тә була. Күптәребеҙ үҙҙәренең тормошон уларһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Фотоаппарат, йыр, видео уйнатҡыслы, радиолы, интернетҡа инергә, аҙашмаҫҡа мөмкинлек биргән был гаджеттар ярҙамында тиҙҙән баш ҡалабыҙ буйлап сәйәхәт итергә, төрлө иҫтәлекле урындар, биналар хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин буласаҡ. Күптәр Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендәге рекламаларҙа, сауҙалағы тауарҙарҙың тышлығында төрлөсә урынлашҡан нөктәләр менән сыбарланған бәләкәй квадраттарҙы күргәне барҙыр. Улар QR-код тип атала һәм инглизсәнән алынған «quick response» — тиҙ яуап тип атала. Уның ярҙамында объектҡа ҡылыҡһырлама шифры бирелә. Кешеләргә был кодты махсус программалы смартфонға фотоға төшөрөп, уның буйынса интернеттан мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар.