Новости
17 Июнь 2013, 17:45

Шағир Ирек Кинйәбулатовтың яңы китабының исем туйы үтәсәк

20 июндә «Башҡорт китабы йорто»нда шағир, З.Биишева исемендәге премия лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың «Тормош китабы» тип аталған өр-яңы китабының исем туйы үтәсәк. Баҫмаға баш һүҙҙе ғалим, академик Ғайса Хөсәйенов яҙған. «Тормош китабы»на әҙиптең иң яҡшы әҫәрҙәре тупланған, элек сыҡҡан йыйынтығынан да шиғирҙар ингән. Шиғриәт кисәһендә билдәле шәхестәребеҙ - Ҡәҙим Аралбай, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Гөлфиә Юнысова, Әнисә Таһировалар ҡатнашасаҡ. Шағирҙың тормош хаҡындағы уйналыуҙарын тыңларға һеҙ ҙә килегеҙ, ҡәҙерле шиғриәт һөйөүселәр!Байрам 20 июндә көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Читайте нас