Урман янғындары булмаһын өсөн
Урман янғындары һәм улар килтергән бәләләрҙе булдырмаҫ өсөн РФ Дәүләт Думаһы тиҙҙән урманда ял итеүҙе тыясаҡ. Ошо хаҡтағы закон проекты тиҙҙән үтәсәк беренсе ултырышта ҡараласаҡ. Әгәр ҙә был законға Рәсәй Президенты ҡул ҡуйһа, законды боҙған ял итеүселәр ҙур күләмдә штрафтар түләйәсәк. Физик шәхестәргә урманға инеү – 1 мең һум, усаҡ яғыу – 1,5 – 2 мең һумға барып баҫасаҡ. Юридик шәхестәргә штраф күләме күберәк – урманға инеү 3 меңдән 5 мең һумға, ут яғыу 50 меңдән 130 меңгә барып етәсәк.