Новости
6 Июня 2013, 16:22

Һыу саңғыларында ял итергә Павловкаға барығыҙ

Күңелле итеп ял итергә теләһәгеҙ, Павловка һыу һаҡлағысына рәхим итегеҙ. Бында һыу саңғыларында йөрөргә өйрәнергә мөмкин. Бер күнекмәнең хаҡы 1500 – 2000 һумға баҫасаҡ, ул көнө буйы дауам итәсәк. 5-6 кешенән торған команда тупларға ла кәрәк буласаҡ. Күңелле күнекмәләр июнь айы аҙағында – июь башында башланасаҡ. Һыу саңғыларында йөрөргә өйрәтеүҙе «Йондоҙло» физкультура – һауыҡтырыу комплексы, «Өс сабаҡ» ял базаһы һәм һыу һаҡлағыс буйындағы пансионаттар башҡара.

Читайте нас