Новости
4 Июня 2013, 13:03

Ижад оҫталарына - юғары исемдәр

Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы Александр Анатольевич Донгузовҡа — «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы», Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының драма артисы Венер Рәшит улы Сөнәғәтовҡа, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының балет артисы Лилиә Нурис ҡыҙы Хажиғәлиеваға — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы», Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың бүлек мөдире Ильвера Ислам ҡыҙы Мөслимоваға — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.

Читайте нас