Салауат ҡалаһына яңы биҙәк өҫтәлде
Республиканың нефтехимия ҡалаһы Салауат үҙенең архитектураһы менән айырылып тора. Уның генераль планын XX быуаттың уртаһында Ленинградтан килгән архитектура белгестәре төҙөгән. Шуға күрә лә урамдарҙың схемаһы, биналарҙың урынлашыуы тап ошо ҡаланыҡына оҡшауы осраҡлы түгел. Сәлауат ҡалаһы тағы ла үҙенең биҙәлеше менән айырылып тора. Бында күп ҡатлы йорттарҙың, биналарҙың стеналары социалистик реализм стилендәге паннолар бар. Уларҙа ҡаланың ғорурлығы булған спидвей мотоциклсыларының ярышы, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы, фән һәм кешелек прогресы, йыһан, коммунизм темаһы күрһәтелгән.