Новости
28 Май 2013, 12:24

Өфөлә Һиндостан көнө үтәсәк

29 майҙа баш ҡалабыҙҙың «Родина» кинотеатрында Һиндостан көнө үтәcәк.Тамашаға килеүселәр был ғәжәйеп илдең бай мәҙәни тарихы, ҡыҙыҡлы кешеләре менән таныша аласаҡ. Кисәлә үҙенсәлекле милли аш-һыу ҙа тәҡдим ителәсәк.Программала һинд бейеүҙәре һәм көйҙәре, фильмдар ҡарау, милли аш-һыу ҡаралған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бер кем дә сувенирһыҙ ҡалмаясаҡ.Мәҙәниәт байрамы киске сәғәт 6-ла башлана.

Читайте нас