«Тирә-яҡҡа һөйөү менән баҡ»
Уҙған шишәмбелә баш ҡалалның Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған «Тирә-яҡҡа һөйөү менән баҡ» исемле «түңәрәк өҫтәл» уҙҙы. Унда яҙыусы, «Ағиҙел» журналының проза бүлеге мөдире Сабир Шәрипов, БДУ-ның география факультеты доценты Инбер Яппаров, «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының юрисы Азамат Сирбаев, БДУ һәм М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары ҡатнашты. Һөйләшеү башында бүлек мөдире Айгөл Буранғолова кешелек тормошо яҡшырған һайын, тәбиғәтебеҙгә ҙур зыян килә, сәнәғәт, көнкүреш ҡалдыҡтарынан тирә-яғыбыҙ бысрана, тип экология мәсьәләһенең бөгөн бик актуаль булыуын билдәләне. Ул республикала барған экологик акциялар менән дә таныштырып үтте.