Новости
22 Мая 2013, 12:00

Шихандарға һәм һәйкәлгә тауышты әүҙемерәк бирәйек!

«Рәсәй 10» интернет – конкурсында Волга буйы федераль округында ярыш ҡыҙыу бара. Бөгөнгә беренсе урынды 207 мең тауыш менән Түбәнге Новгород Кремле биләгән. Икенселә - 201 меңдән ашыу тауыш йыйған Стәрлетамаҡ шихандары урынлашҡан. Батырыбыҙҙың һәйкәле өсөнсө урында (195 меңдән ашыу тауыш).Әүҙемерәк булайыҡ, иптәштәр! Һәр компьютер, планшет, телефон аша тәүлегенә өс мәртәбә тауыш бирергә мөмкин.

Читайте нас