Новости
21 Май 2013, 15:23

Тальян байрамы шаулап-гөрләп үтте

16 һәм 17 майҙа Яңауылда Фәтих Иҡсанов исемендәге призға гармунсыларҙың республика байрамы шаулап үтте. Ул етенсе тапҡыр ойошторолдо. Башҡортостандың 11 ҡалаһы һәм 33 районынан, Удмурт Республикаһынан, Пермь крайынан, Ырымбур өлкәһенән, Ханты - Мансы автономиялы округынан ике йөҙгә яҡын гармунсы, шул иҫәптән 28 ансамбль ҡатнашты. Конкурс шарттарына ярашлы, улар ике йәш төркөмөндә (17 йәшкә тиклем һәм унан өлкәндәр) сығыш яһаны һәм икешәр әҫәр уйнап ишеттерҙе. Уларҙы ҡаланың үҙәк майҙанына йыйылған меңдән ашыу тамашасы тыңланы.Ике көнлөк ярыш һөҙөмтәһендә гран-приға Күгәрсен районының Йомағужа ауылынан Рафиҡ Ҡотлоғужин лайыҡ булды. Уға өр - яңы гармун тапшырылды. Әйткәндәй, былтырғы конкурста ул икенсе урын алғайны. Айырым гармунсылар араһында беренсе урынды — Учалы ҡалаһынан Игорь Сергеев менән Өфөнән Рәмил Фәйзуллин, икенсене — Благовещен ҡалаһынан Надежда Володина менән Саҡмағош районынан Рәйес Ҡаҙраев, өсөнсө урынды Яңауыл районынан Хәҙит Тохбатов, Туймазынан Йәмил Хәсәнов һәм Пермь крайының Барҙа районынан Йәүҙәт Зимасов бүлеште. Бәләбәйҙән Виктор Никулин, Асҡындан Рәүил Сәлихов, Ханты - Мансы автономиялы округынан Сергей Йәнсубаев, Кушнаренконан Ринат Бикмөхәмәтов дипломант исеменә лайыҡ булды.

Читайте нас