Ҡотороҡ сиренән һаҡланығыҙ
Республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡотороҡ сире менән ауырыған хайуандар тешләһә йәки башҡаса һөжүм итһә нимә эшләргә кәрәклеге тураһында инструкция әҙерләне. Уға ярашлы, бындай осраҡтан һуң кисекмәҫтән:- тешләнгән урынды йәки яраны 15 минут буйы һабынлап йыуырға;- яра ситен йод эретмәһе йәки 70 процентлы спирт менән эшкәртергә;- кисекмәҫтән йәшәгән урын буйынса травмпунктҡа мөрәжәғәт итергә. Унда яраны өҫтәмә рәүештә эшкәртәсәктәр, иммунлаштырыу курсы тәғәйенләнәсәк. Әгәр ҙә кәрәк тип тапһалар һеҙҙе стационарға һаласаҡтар.- табип ҡуйған дауалау схемаһын ҡәтғи рәүештә үтәргә, вакцина һалыу билдәләнгән көндәрҙә мотлаҡ килергә кәрәк;- дауалау ваҡытында һәм унан һуң ярты йыл дауамында алкоголле эсемлектәр ҡулланмаҫҡа, артыҡ ныҡ арымаҫҡа, организмды өшөтмәҫкә йәки артыҡ ҡыҙҙырмаҫҡа кәңәш ителә.