Новости
8 Мая 2013, 12:01

«Өфө» исемле хәрби карап буласаҡ

Тиҙҙән Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты сафына инәсәк ҙур үлсәмле, күп ҡулланылышлы һәм идара ителмәле ракеталар менән ҡоралланған хәрби карапҡа – ракета крейсерына «Өфө» исеме биреләсәк. Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының баш командующийы, адмирал Виктор Викторович Чирков ошо хаҡтағы тейешле резолюцияға ҡул ҡуйҙы. Был ҡарар тураһында байрамдарҙан һуң рәсми рәүештә иғлан ителәсәк.

Читайте нас