2014 йылда Сочиҙа үтәсәк XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарына Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ла әҙерләнә. Унда «Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы» исемле күргәҙмәне туплау башланды. Экспозицияла СССР тарихында булған ғәйәт ҙур ваҡиға – 1980 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған XXII йәйге Олимпия уйындарының тарихы сағылдырыласаҡ. Ойоштороусылар 30 ноябргә тиклем күргәҙмәгә халыҡтан Олимпия символикаһы булған әйберҙәр – сувенирҙар, открыткалар, плакаттар, миҙалдар, тимер аҡса коллекциялары йыйыуҙы башланы. Бар экспонаттар ҙа аҙаҡтан эйәләренә кире ҡайтарыласаҡ.
Олимпия күргәҙмәһендә Башҡортостан спорты үҫеше, чемпиондар тураһында экспозиция ла булдырыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн (347) 273-50-27 телефоны буйынса мөрәжәғәт итегеҙ.