Һауа фонарҙары менән һаҡ булырға кәрәк
Статистика мәғлүмәттәре буйынса тап ял көндәрендә янғын осраҡтары арта. Был бәләгә кешеләр күбеһенсә үҙҙәре ғәйепле. Май байрамдары етә һәм күптәр ошо мәлдә төндә яныусы һауа фонарҙарын осора. Туйҙарҙың, төрлө байрамдарҙың һәм иҫтәлекле ваҡиғаларҙың матур традицияһына әүерелгән был байрам күренеше айырым хәүеф менән дә янай. Фонарҙар осҡандарында электр сымдарына, автомобиль, йорт ҡыйыҡтарына, ҡоро үләнгә ҡуныуы мөмкин. Шуға күрә лә күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн фонарҙарҙы асыҡ урында елһеҙ мәлдә осорорға кәрәк.