Шихандарға батырҙың һәйкәле лә ҡушылды
«Рәсәй 10» интернет-проектында ҡатнашҡан тәбиғәт, мәҙәниәт һәм архитектура ҡомартҡылары араһында Волга буйы федераль округы кимәлендәге ярыш әле лә дауам итә.Бөгөнгә 53 меңдән ашыу тауыш йыйып, Стәрлетамаҡ шихандары лидерлыҡты бирмәй. Ә бына икенсе урында халҡыбыҙҙың ғорурлығы – Салауат Юлаевҡа арналған һәйкәл урынлашты. Ул 37 меңдән ашыу тауыш туплаған. Өсөнсөлә, 28 меңгә яҡын тауыш йыйып, Удмуртияла урынлашҡан Иднакар музей-заповеднигы килә. Дуҫтар! Шихандарҙың, Салауат Юлаев һәйкәленең һәм Башҡортостандың башҡа символдары еңеүенә тик һеҙ генә ярҙам итә алаһығыҙ. Бының өсөн сайтҡа инергә һәм «Башҡортостан Республикаһы» тигән ҡушымтаны асырға кәрәк. Бер компьютер аша тәүлегенә өс мәртәбә тауыш биреп була.