Новости
9 Апрель 2013, 16:35

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленер…

Өфөлә һигеҙ йыл элек енәйәт ҡылып, былтыр ҡулға алынған талаусыларға ғәйептәре өсөн закон алдында яуап бирергә тура киләсәк. 2004 йылда ҡоралланған ике егет баш ҡаланың Октябрь проспектында урынлашҡан йорттоң фатирына баҫып итә. Талаусылар алтын әйберҙәрҙе һәм 380 мең һумдан ашыу аҡсаны алып сыға. Енәйәтселәр аҙаҡтан өйҙә булған 16 йәшлек үҫмерҙе ата. Бәхеткә күрә, уны медиктар ҡотҡарып ҡала.Был енәйәт оҙаҡ ваҡыт асылмай. 2012 йылда Эске эштәр министрлығының БР буйынса эксперт-криминалсылары бармаҡ эҙҙәре буйынса тап килеүҙе асыҡлай.

Читайте нас