Наркоманияны профилактикалау буйынса иң яҡшы программаға конкурс иғлан ителде
РФ Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә дәүләткә ҡарамаған учреждениелар араһында наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү тормошон формалаштырыу буйынса иң яҡшы программаға йыл да уҙғарыла торған конкурс үткәрә. Конкурс материалдарын ҡағыҙ йәки электрон варианта БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына (адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, телефоны (347) 251-57-19) 30 апрелгә тиклем тапшырырға кәрәк.